+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
27 Июль 2018, 18:17

Ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар

Борон-борондан ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар араһында киҫкен хәл торған. Ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алған, мал-тыуарын ҡыуып алып киткән һәм, әлбиттә, һылыу башҡорт ҡыҙҙарын урлағандар. Тик беҙҙекеләр ҙә бирешмәгән.

Борон-борондан ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар араһында киҫкен хәл торған. Ҡаҙаҡтар башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алған, мал-тыуарын ҡыуып алып киткән һәм, әлбиттә, һылыу башҡорт ҡыҙҙарын урлағандар. Тик беҙҙекеләр ҙә бирешмәгән.
Башҡорттар араһында бер әүлиә булған һәм ул, ҡаҙаҡтарҙың батырҙары яуға килергә әҙерләнә, тип әйткән. Халыҡ быны ишетеү менән яуға ҡаршы әҙерләнә башлай. Ауылдарҙан ғәскәр туплайҙар. 15 – 20-ләп егетте тауҙарҙың иң бейек осона ҡарауылға ҡуялар. Ҡусҡар ауылы эргәһендәге Бейәғаҙа тауында, Ҡараташта, Ҡаҙмаш ауылындағы Ялпунгүр тауының Ҡарауыл түбәһендә, Уралдың тауҙарында һәм башҡа бик күп һаҡсы торған. Әгәр ҙә берәүһе яу килгәнен күреп ҡалһа, ут яҡҡандар, уның төтөнөн күрһә, икенсеһе лә тоҡандырған, ә беренсеһе киренән һүндергән. Бына шулай бер түбәнән икенсе түбәгә хәбәр таралған. Халыҡ та әҙер торған. Һыбайлылар ҡаҙаҡтарҙың алдарынан төшөп, ҡасҡан булып ҡыланып, улар­ҙы Урал яғындағы бер тәрән үҙәккә эйәртеп индерә. Шунан яу башланып та китә. Ҡаҙаҡтарҙың 30-лап батыры була, ә баш­ҡорттар ғәләмәт күп. Тегеләрҙең бөтәһен дә тиерлек ҡырып бөтөрәләр, тик 5 – 6-һы ғына ҡаса. Уларҙың арттарынан ҡыуа төшәләр.Ҡаҙаҡ батырын ҡайҙа тотоп үлтерәләр, шул ергә уның исемен ҡушҡандар. Ҡаҙаҡ ҡарауылы түбәһе, Сулпанбай ҡая ташы, Ҡаҙаҡбай туғайы, күрәһең, ҡайһы берәүҙәренең исемен белмәй ҡалғандарҙыр. Амангилде ауылы, йәғни Бабаш тауы эргәһендә Байгүл тигән күл дә бер ҡаҙаҡ батыры исеменә бәйле. Ул ҡасып, күлдең төбөнә төшөп, танауына ҡамышты тығып, тын алып ятҡан. Уны ла табып, үлтереп ҡуялар. Батыр ҡасҡандарҙың һуңғыһы була.
Был алыштан һуң ҡаҙаҡтар, баш­ҡорттар менән мөнәсәбәтте боҙмайыҡ, тип үҙҙәренең кешеләрен һөйләшергә ебәрә. Улар әйтмәйенсә генә килергә була, ләкин беҙҙең халыҡ белеп ҡала ла тағы әҙерләнә башлай. Был юлы алыш Ишҡол ауылы эргәһендәге үҙәктә була. Һыбайлылар алдарынан төшөп йөрөй башлай, ә ҡаҙаҡтар: «Көтөп тороғоҙ», – тип ҡыс­ҡыра. Башҡорттар тегеләрҙе аңламай. Халыҡ ҡая ташты соҡоп тороп, мәйеттәргә урын әҙерләй ҙә уларҙы шунда күмәләр. Тик ҡәберҙең өҫтөнә туп­раҡ урынына таш һалалар. Был урын ҡыш туңғандан һуң йәйгеһен иремәгән.
Ошонан һуң ҡаҙаҡтар менән баш­ҡорттар ер өсөн талашмаған. Яйыҡ йылғаһының бер яғы ҡаҙаҡтарҙыҡы булһа, икенсеһе башҡорттарҙыҡы һаналған.
Мәғлүмәтте Данил Шәкирйән улы Әһеловтан яҙып алдым. Уға атаһы Шәкирйән Әһелулла улы һөйләгән.

Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.


Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас: