+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
5 Октябрь 2018, 14:01

Ҡандракүлдә йәшәйем

Башҡортостанымдың иң матур ерендә йәшәйем: бер яҡта – күл, икенсе яҡта – урман. Иҫ китмәле хозур тәбиғәт, һоҡланмаған кеше юҡтыр! Ауылыбыҙҙың тарихсыһы, ихтирамлы кешеһе Фәсим ағай Ғәшимов тыуған яғыбыҙға арнап шиғыр ҙа яҙған.Мин ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына башланым. Һеҙгә лә бер нисә эшемде тәҡдим итәм.

Һәҙиә шишмәһенең тарихы. Ауылда Әхмәтша исемле берәү йәшәгән. Заманына күрә алдынғы кеше булған. Тәүгеләрҙән булып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә башлаған. Ауылға сүлмәктәр алып ҡайтып һатҡан. Үҙҙәренең тап­ҡырындағы шишмәгә иң ярат­ҡан ҡыҙының исемен ҡуш­ҡан. Әле лә ул ултыртҡан тирәк ағасы үҫә.

Бурлы тауы, Мөрйә та­уы. Әлеге «Алмаз» ял йорто урынында бур сығарғандар. Халыҡ уны яндырып, мейес һәм өйҙәрен аҡлар өсөн файҙаланған. Шуға был тау­ҙы Бурлы тау тип йөрөткәндәр.

Мөрйә атамаһын былай аңлаталар.Тауҙың осонда ғына мөрйәгә оҡшаған бер таш ултырған. Хә­ҙер ул юҡ инде, атамаһы ғына йө­рөй.

Ҡарлы тау. Бында ҡар оҙаҡ ята. Исеме шунан килә.

Азамат ӘХМӘТОВ.

Туймазы районы, Ҡандракүл мәктәбе.
Читайте нас: