-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
9 Ноябрь 2018, 15:35
Алтынай яланы
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм.
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм.
Алтынай яланы тураһында ике төрлө фараз бар. Беренсеһе ошолайыраҡ яңғырай. Элек ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар үҙ-ара һуғышып, яу сабышып йәшәгән. Бер ваҡыт, башҡорт ирҙәре һунарҙа саҡта, ҡаҙаҡтар уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып китә. Алтынай исемле ҡыҙ ҡасып өлгөрә. Уның артынан ҡыуа төшәләр. Ҡыҙ ҡасып бара торғас, матур ғына бер яланға килеп сыға. Унда үҙенә йәшеренер урын таба. Шул көндән алып был ерҙе Алтынай яланы тип атай башлайҙар.
Икенсе фараз: башҡорттар элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, һәр береһе үҙенең тамғаһын ҡуйған. Ауылда бер кешенең генә ғүмере буйы үҙ солоғо булмаған. Ул бер саҡ сабынлығына барғанда солоҡ күреп ҡала. Бик көслө ҡорт күсе ҡайҙандыр осоп килеп, уның бесән эшләгән яланындағы ағаста ҡышлаған икән. Етмәһә, тамғаһыҙ урында. Быға ныҡ ҡыуана ул. Шунан инде үҙенең алтын ай формаһындағы тамғаһын солоҡ ояһына ҡуйып китә. Ошо көндән алып сабынлыҡты Алтынай яланы тип йөрөтәләр. (Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинанан яҙып алынды.)
Атъятҡан тауы
ауылдың бирге яғында, ситтәрәк, бик күркәм урында урынлашҡан. Текә тау аҫтында туғай һәм бәләкәй генә йылға бар. Ҡышҡы утлауҙа аттар был урынға ла килеп сығыр булған. Ашарға эҙләп инде. Бер мәл бер ат текә тауҙан шыуып төшөп имгәнә, зәғифләнә, тора алмай ята. Шунан ҡала был урындың исеме.
Гөлбостан яланы.
Сапҡынсылар етеҙ аттарында Атъятҡанға менеп барған халыҡты ҡыуып етә. Гөлбостан исемле ҡыҙ ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, ләкин ярһыған ҡырғыҙҙар ҡатынды тотоп, аҡлан ситендә үҫкән бер ҡарағайға аҫып китә. Был түңәрәк ялан әле лә Гөлбостан исемен йөрөтә. Сәскәгә күмелгән аҡлан уртаһынан шишмә урғылып сыға. Уның сит яғында, ағастарҙан айырылып тигәндәй, шул ваҡиғалар шаһиты, ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағай тора.
(Тарих уҡытыусыһы Заһир Сәлихйән улы Дәүләтбирҙиндән яҙып алынды.)
Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән