+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
14 Декабрь 2018, 18:47

Конкурс оҙайтылды

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итәсәкбеҙ.

Ошо юбилей айҡанлы «Йәншишмә» гәхитендә «Тарих яҙабыҙ» тип аталған конкурс ойошторғайныҡ. Йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ, тигәйнек, әммә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, хаттар күп килә, шуға ла бәйгене 2019 йылдың мартына тиклем дауам итергә булдыҡ. Ә еңеүселәрҙе Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итер алдынан билдәләрбеҙ. Конкурс шарттарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Тыуған еребеҙҙә һәр тау, һәр йылға һәм күл тарих һөйләй. Был уларҙың атамаларында сағылыш тапҡан. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, ауылығыҙҙағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме?
Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихын төплөрәк итеп өйрәнәйек. Бының өсөн өлкәндәрҙән үҙегеҙ йәшәгән яҡтағы ер-һыу атамаларының, ауылығыҙ исеменең ҡайҙан килеп сығыуы тураһында ҡыҙыҡһынып, яҙып алырға кәрәк. Уҡытыусыларығыҙҙан, атай-әсәйҙәрегеҙҙән, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән, инәй-бабайҙарҙан һорашып ҡарағыҙ. Бәлки, мәктәбегеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла бай мәғлүмәттәр һаҡланалыр. Уларҙы эҙләп, табып, матурлап яҙып, беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ. Һеҙҙең мәҡәләләрегеҙ «Йәншишмә» гәзите биттәрендә баҫылып сығасаҡ.
Мәғлүмәтте кемдән яҙып алғанығыҙҙы ла әйтеп үтергә онотмағыҙ. Иң мөһиме, һеҙ хеҙмәтегеҙ менән тарихыбыҙҙы байытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәсәкһегеҙ. Был иһә яҡшы баһаға лайыҡ: иң тырыштарҙы билдәләп, редакцияның Почёт грамоталарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: