0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
5 Апрель 2019, 17:02

Тарих яҙыу – маҡтаулы эш

«Тарих яҙабыҙ» конкурсы тамамланды. Беҙҙе ҡыуандырҙылар: республиканың төрлө тарафтарынан бик күп мәҡәләләр алдыҡ. Ҡайһы бер уҡыусылар 2 – 3 эш ебәрҙе. Бер хатҡа әллә нисә ер-һыу атамаһының тарихын һыйҙырған авторҙар байтаҡ булды.

Күпме тарих яҙып алынды, ташҡа баҫылды, хәҙер улар юғалмаясаҡ, киләһе быуындарға ла барып етәсәк. Афарин, уҡыусылар! Һеҙ ҙур эш баш­ҡарҙығыҙ! Беҙҙең гәзиттә ойошторолған конкурсты күренекле ғалим, топонимдар менән ентекле шөғөлләнгән Рәшит Шәкүр ағай ҙа баһаланы һәм иң һәйбәт эштәрҙе билдәләргә ярҙам итте.

– Топонимдар аша тарихтағы бик күп мәғлүмәтте белә алабыҙ. Һәр ер-һыу атамаһы айырым бер тарих булып һаҡланып ҡал­ған. Икенсенән, улар – беҙҙең телебеҙҙең байлығы, өсөнсөнән, беҙҙең башҡорт халҡы биләп йәшәгән территорияны билдәләй. Минең картаға фәҡәт башҡорт теле менән бәйле ер-һыу атамаларын һалғаным бар. Ул хәҙерге республика территорияһынан 2 – 3 мәртәбә киңерәк. Тарихсылар уны Тарихи Башҡортостан тип атай.

Шуның өсөн урындарҙағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү, уларҙың тарихын ҡағыҙға теркәү, юғалтмау, фән, белем өсөн һаҡлап алып ҡалыу, башҡортса дөрөҫ әйтелешен билдәләү, урыҫ теле менән сағыштырып өйрәнеү тәрбиәүи йәһәттән дә, фән өсөн дә бик ҡиммәтле. Конкурсҡа килгән мәҡәләләрҙең күбеһендә ер-һыу атамаларының айышына төшөнөргә ынтылыу, легендалар менән бәйләп, дөрөҫ итеп аңлатырға тырышыу – бик маҡтаулы эш. Уҡыусыларҙың топонимияны тарих, тел, география, этнография, фольклор менән бәйләп өйрәнергә ынтылыуы хуплауға лайыҡ, – тине ул.

Шулай итеп, төплө йөкмәткеле «Хәтирәләр һаҡлай таштары» һәм «Бөгәмәле нимәне аңлата?» тигән мәҡәләләре өсөн Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия) еңеүсе тип табылды. II урынға Илнар МӨХӘМӘТЙӘНОВ (Бөрйән, Мәһәҙей, «Элгеләү тауы») һәм Фәдис ХӘМИҘУЛЛИН (Ейәнсура, Иҫәнғол башҡорт гимназияһы, «Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан килгән?») лайыҡ булды. III урында – Элина БӘШИРОВА (Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт гимназияһы, «Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй»), Заһиҙә РӘЖӘПОВА (Әбйәлил, Ҡаҙмаш, «Исмаҡайҙан килгән исем», «Ҡаҙмаш ауылы кисеүҙәре», «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…», «Сура батыр»), Белорет районы Мәхмүт мәктәбенең V СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ («Легендалар өйрәндек»).

Ҡотлайбыҙ! Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә конкурста ҡатнаш­ҡан һәр уҡыусыға Маҡтау ҡағыҙы биреләсәк.
Читайте нас: