Бөрйән районындағы ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеп, бер урынға туплап ҡуйыу маҡсат итеп ҡуйылған. Уҡыусылар етәкселәре менән байтаҡ эҙләнеү эштәре яҙған, бай ғына мәғлүмәт тупланған. Тимәк киләһе быуындар ҙа тыуған еребеҙ тарихын ошо йәш тарихсыларҙың эштәренән уҡып беләсәк.
Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалған. Бүләкләү тантанаһы "Шүлгәнташ" музей-комплексында үткән. Йәш тарихсыларҙы уның директоры Фәүзил Маликов ҡотлаған. Әтек мәктәбенән Гөлшат Сәлихова менән Байназарҙан Асия Салауатовалар еңеүсе тип табылған. Улар диплом һәм смарфон менән бүләкләнгән.
Башланғыс синыф уҡыусылары Мәһәҙейҙән Тамерлан Ишемов менән Ҡотандан Айрат Әзекәев смарт-сәғәттәр, диплом алып ҡыуанған. Дәртләндереү бүләктәре лә булған. Һәр ҡатнашыусыға серификат һәм әкиәттәр китабы таратылған.
Фото: vk.com.