+5 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
3 Август 2023, 13:07

Евразия күсмә цивилизациялар музейы

Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейына нигеҙ һалынды.

Евразия күсмә цивилизациялар музейы
Евразия күсмә цивилизациялар музейы

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән яңы музей төҙөләсәк урында күсмә кәңәшмә үткәрҙе, буласаҡ үҙәктең нигеҙенә символик тәңкә һалды. 

Әйткәндәй, Шишмә районындағы был тарихи урынға халыҡ әүҙем йөрөй. Унда бик боронғо Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре урынлашҡан. 

Музей быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. Унда тарихи артефакттар мини-экспоцияһы, лекция амфитеатры, кафе һәм ҡарау майҙансығы буласаҡ. Киләсәктә Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген дә төҙөү күҙаллана. 

 Биләмәлә әле ҡаҙыу-тикшеренеү эштәре алып барыла.  Унда 2-се республика полилингваль "Смарт" күп йүнәлешле гимназияҺынан "шайморатовсылар синыфы" уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнаша. "Мәктәп археологияһы" проекты сиктәрендә үткән сарала балалар палаткаларҙа йәшәй, археология серҙәре менән таныша. 

Фото: glavarb. 

Евразия күсмә цивилизациялар музейы
Евразия күсмә цивилизациялар музейы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: