+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
"Тарих яҙабыҙ"
22 Сентябрь 2023, 11:48

Рыцарҙар алышасаҡ!

Ваҡыт арбаһына ултырып сәйәхәт иткегеҙ киләме? 24 сентябрҙә “Патриот” хәрби паркында уҙасаҡ “Башҡортостан һәм Русь. Дөйөм тарих” фестивале ошо мөмкинлекте бирә.

Рыцарҙар алышасаҡ!
Рыцарҙар алышасаҡ!

Һуңғы мең йыллыҡта кешеләр нисек йәшәгән? Улар нисек уҡыған, күңел асҡан, яуҙарға йөрөгән?

Ҡунаҡтарҙы боронғо урыҫ викингтары, күсмә башҡорттар, уҡсылар, һалдаттар һәм урта быуат рыцарҙары ҡаршы аласаҡ. Нимәләр күрергә була?

  1. XV быуат рыцарҙары турниры.
  2. Төрлө һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
  3. Урта быуат музыканттары сығышы.
  4. Боронғо Русь дружинниктары сығышы.
  5. Башҡорт һыбайлыларының аттарҙа йөрөүе.
  6. 1940-сы йылдарҙағы бейеүҙәр.
  7. Төрлө дәүерҙәрҙәге халыҡ уйындары.

Рәхим итегеҙ!

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: