+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Ноябрь 2017, 14:19

Ҡарағай көнө

«Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Уға ихлас ҡушылып, ата-әсәләр менән бергәләп ағас ултыртыу өмәһен ойошторҙоҡ.

«Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй акцияһы бара. Уға ихлас ҡушылып, ата-әсәләр менән бергәләп ағас ултыртыу өмәһен ойошторҙоҡ.

Беҙҙең I «Б»синыфы тирә-яҡты ҡороған ағас ботаҡтарынан таҙартты. Һуңынан инде мәктәп биләмәһе тирәләй 25 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртып сыҡтыҡ. Үҙҙәренең ярат­ҡан уҡытыусыһы Айгөл Низаметдинова етәкселегендә III «А» синыфы ла өмәлә әүҙем ҡатнашты.

Ағас ултыртҡан көндө беҙ «Ҡарағай көнө» тип атаныҡ. Был ваҡиға һәр беребеҙҙең хәтерендә уйылып ҡалды. Йыл һайын синыф менән уны билдәләйәсәкбеҙ. Уҡыусылар киләсәктә тәбиғәткә һаҡсыл булып үҫер, тип ышанабыҙ.

Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ, уҡытыусы.

Салауат районы, Янғантау мәктәбе.
Читайте нас: