Гөлмирә Нарынбаева II синыфта уҡый. Ике генә йәшендә «Шоңҡар» журналы үткәргән «Минең Рәми» I интернет-конкурсында сығыш яһап, еңеү яулағайны. Ул бәләкәй сағынан шиғырҙар ятланы, әкиәттәр һөйләне, йырларға өйрәнде, хатта таҡмаҡтар ҙа сығара башланы.Ата-әсәһе – сәнғәткә ғашиҡ кешеләр, ғаиләләре ауылда өлгөлөләрҙән һанала. 87 йәшлек өләсәһе лә ейәнсәре менән күп шөғөлләнде. Ҡыҙҙа әҙәбиәткә, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу уяттылар инде. Хәҙер ошо йүнәлештәр буйынса конкурстарҙы көтөп ала. Баҡһаң, бәйгеләрҙә бүләк алыу түгел, Маҡтау ҡағыҙы мөһимерәк икән ҡыҙ өсөн. Гөлмирә портфолиоһын өләсәһенең һандығында ғына һаҡлай. Быны, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы, икенсе яҡтан, ғорурланырлыҡ та күренеш, тип әйтеп була. Бәләкәй булһа ла, туғаным әле үк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыяллана. Киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр яулар әле, уға уңыштар теләйек.