Баҫҡан урынында ут сәсрәтеп торған был сая, үткер ҡыҙҙы мәктәптә бөтәһе лә маҡтап бөтә алмай. II синыфта белем алған Карина Арыҫланова тик «бишле»ләргә генә өлгәшә. Иптәштәренә ҡарата ярҙамсыл. Йыр-бейеүгә маһир. Район буйынса үткән конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар алғаны ла бар.
«Балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан шулай әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булды. Ҡушҡанды еренә еткереп үтәй. Бәләкәй, тимәгеҙ, бөтәһенә лә өлгөрә. Концерттарҙа матур итеп сығыш яһай», – ти уның тураһында тәрбиәсеһе Эльвира Исхаҡова.
Бына шулай һәр кемде һоҡландыра ул Карина.
Белорет районы, Береш ауылы.