+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
24 Ноябрь 2017, 14:28

Минең илкәйем

Картаға ҡараһаҡ, беҙҙең Башҡортостан бәләкәй ге­нә. Ә бит Ватаным шул тиклем мөһабәт!

Картаға ҡараһаҡ, беҙҙең Башҡортостан бәләкәй ге­нә. Ә бит Ватаным шул тиклем мөһабәт! Башҡорт­остандың күкһел бейек тау­ҙары, бәрәкәтле баҫыу­ҙары, көмөш һыулы шишмәләре, зәңгәр күлдәре хайран ҡалырлыҡ. Тыуған яғымдың хуш еҫле сәскәләре, хатта әреме лә бал һымаҡ. Ә һайрар ҡоштарын тыңлаһаң, күңелгә рәхәт, йәнгә сихәт.

Башҡортостан! Мин ошо изге ерҙә тыуып үҫеүем менән бәхетлемен. Дан йырлайым, һиңә, алтын илкәйем!

Данияр БАЙМӨХӘМӘТОВ. III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Күсей мәктәбе.

Читайте нас: