«Ете тажлы сәскә» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойошторған Покров байрамы ошондай һынамыштар менән башланып китте.
Тамашасылар күп йыйылды. Ҡунаҡтар, ата-әсәләр килде. Зал гөл-сәскәләр менән матур итеп биҙәлгәйне. Һәр кемдең йөҙөнән байрам кәйефе һиҙелде. Кескәйҙәр ниндәй генә милләт кешеһе булып кейенмәгән! Башҡорт, урыҫ, украин, сыуаш халыҡтарын сағылдырған кейемдәрҙәге балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте ғорурлыҡ хистәре уятты.
Атай-әсәйҙәр менән берлектә ойошторолған матур байрамда уйын-конкурстар музыкаль сығыштар менән үрелеп барҙы. Сыуаш йыры «Ямғыр» байрамға йәм өҫтәне. Украин халҡының уйыны барыһын дәртләндерҙе, ә ҡыҙҙар башҡарыуындағы башҡорт халыҡ бейеүҙәре күңелдәрҙе күтәрҙе.
Был көндө милли йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күрһәтеү буйынса күп эш башҡарылды. Байрам матур концертҡа әйләнде, көслө алҡыштарға күмелде.
Өфө районы, Булгаков ауылы.