-7 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
18 Декабрь 2017, 15:37
Балалар баҡсаһында – «Ҡаҙ өмәһе»
Беҙ ата-бабаларҙан ҡалған изге йолаларыбыҙҙы яңынан тергеҙергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ.
Беҙ ата-бабаларҙан ҡалған изге йолаларыбыҙҙы яңынан тергеҙергә, йәш быуынға еткерергә тейешбеҙ. Улар – милләттең рухи байлығы, сәнғәте һәм мәҙәниәте, тәрбиә, әҙәплелелек сығанағы, кешелә ғорурлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо, татыулыҡ, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләй. Шулай булғас, бәләкәй балаларҙы үҫтергәндә халыҡ йолаларын ҡулланыу бик ҙур әһәмиәткә эйә. Үҙ халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен, тарихын белгән бала, һис шикһеҙ, тәрбиәле, аҡыллы, халҡына, иленә тоғро кеше булып үҫәсәк. Яҡын-тирәлә йәшәгән башҡа милләт вәкилдәренә лә, уларҙың ғөрөф-ғәҙәтенә лә ихтирам менән ҡараясаҡ.
Ҡаҙ өмәһе – матур йолаларыбыҙҙың береһе. Ул ҡыштың тәүге көндәрендә үк үткәрелә. Хужабикәләр алдан уҡ ярҙамға күршеләрен, әхирәттәрен саҡыра. Килгән өмәселәр ярышып ҡаҙ мамығын йолҡа, йәш ҡыҙҙарҙы был эштең серенә төшөндөрә. Өмә ваҡытында уйын-көлкө, йыр-бейеү ҙә булған, бик күңелле үткән ул.
Ошо көндәрҙә беҙҙең 51-се балалар баҡсаһында ла шундай күркәм йоланы сәхнәләштерҙек. Маҡсатыбыҙ ҡала шарттарында үҫкән балаларҙың үҙ халҡының телен, ғөрөф-ғәҙәтен белеп үҫеүе һәм йолаларыбыҙға ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү ине. Ҡунаҡтарҙы беҙҙең ҡыҙҙар һәм малайҙар телебеҙҙе яҡшы белеүҙәре, шартлатып шиғыр һөйләүҙәре, бейеү, йырҙары менән хайран итте. Хатта борондан килгән «Ҡара-ҡаршы әйтеш» уйынын күрһәтеп һоҡландырҙылар. Сағыу кейемдәре, ҡул эштәренән, шулай уҡ милли аш-һыу күргәҙмәһе байрамға тағы ла йәм өҫтәне.
Милли йола аша быуындар бәйләнеше нығынды. Атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр әҙгә генә булһа ла күңелдәре менән бала саҡтарына ҡайтып әйләнгәндер, моғайын.
Сәлимә ЙӘНТҮРИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...