-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
25 Декабрь 2017, 18:44

Байрам көтә кескәйҙәр

Ура, Яңы йыл етә! Күңелле, шулаймы? Ә беҙҙең «Тирмәкәй»ҙе уҡыусы бәләкәс дуҫтарыбыҙҙың кәйефе нисек икән? Байрам­ды, Ҡыш бабайҙы көтөп алалармы? Һүҙ – уларға.

Ура, Яңы йыл етә! Күңелле, шулаймы? Ә беҙҙең «Тирмәкәй»ҙе уҡыусы бәләкәс дуҫтарыбыҙҙың кәйефе нисек икән? Байрам­ды, Ҡыш бабайҙы көтөп алалармы? Һүҙ – уларға.


Карина ЙОСОПОВА, Туймазылағы 2-се мәктәптең I «Д» синыфы уҡыусыһы:

– Әтәс йылында беренсе синыфҡа уҡырға барҙым. Шунан да ҡыуаныслыраҡ ваҡиға бармы икән?! Яңы йылды бигерәк тә түҙем­һеҙләнеп көтөп алам. Ул үҙе бер мөғжизә кеүек. Ә Ҡыш бабай – минең изге теләк­тәремде тормошҡа ашырыусы тылсым эйә­һе.

Беҙҙең туғандар өсөн дә шатлыҡлы байрам. 1 ғинуарҙа Шәмсел олатайымдың тыу­ған көнө, ә 5 ғинуарҙа Йәүһәриә өләсәйем алтын юбилейын билдәләй. Мин уларҙы ҡотларға әҙерләнеп йөрөйөм.


– Яңы йылды күңелле итеп ҡаршылайбыҙ. Өйөбөҙгә шыршы ҡуябыҙ, матур итеп биҙәйбеҙ. Ҡыш бабай миңә уйынсыҡтар бүләк итә, күстәнәстәр алып килә. Быйыл унан Лола ҡурсағын һораным әле. Әсәйем менән бергәләп Ҡыш бабайға хат та яҙып һалдыҡ.


– Бына тағы ла һағынып көткән Яңы йыл етеп килә. Ул – мөғжизәләр байрамы! Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ярата.

Беҙ йыл һайын Яңы йылды ғаиләбеҙ менән ҡаршы алабыҙ. Шыршы аҫтында Ҡыш бабай ҡалдырған бүләктәрҙе алыу – иң тул­ҡынландырғыс мәл. Эт йылынан мин тик яҡшылыҡтар ғына көтәм. Башҡортостан, Рәсәй халҡына тыныслыҡ, һаулыҡ теләйем.
Читайте нас: