+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Ғинуар 2018, 13:52
Сәмле ҡыҙ
Гөлиә ҠАРАМЫШЕВАның иң ҙур теләге – «Тамыр» каналының «Сулпылар» тапшырыуына төшөү. Булмаҫ, тимә, I синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк район кимәлендә үткән «Йәш һандуғас» бәйгеһендә I урын алған бит ул!
Гөлиә ҠАРАМЫШЕВАның иң ҙур теләге – «Тамыр» каналының «Сулпылар» тапшырыуына төшөү. Булмаҫ, тимә, I синыфта ғына уҡыған ҡыҙҙың талантына хайран ҡалырлыҡ. Матур итеп йырлай ҙа, бейей ҙә. Мәктәпкә бармаҫ элек үк район кимәлендә үткән «Йәш һандуғас» бәйгеһендә I урын алған бит ул!
Гөлиәнең Зилиә исемле апаһы ла бар. Ул III синыфта белем ала. Ҡыҙҙар икеһе лә – уҡыу алдынғылары. Баҡтиһәң, Гөлиәгә бөтә нәмә апаһынан килә икән. Зилиә «Урал батыр»ҙы ятлай башлағас, Гөлиә шым ғына тыңлап, өйрәнеп йөрөй. Апаһы сығыш яһай торған көндө илап, мин дә һөйләйем, тип барыһын аптырата. Беләһегеҙме, унда кескәй ҡыҙ II урын ала. Ә Зилиә Гран-при яулай.
– Беҙҙең Гөлиә – шул тиклем сәмле ҡыҙыҡай. Апаһы Гран-при хужаһы булғас: «Минең дә алғым килә», – тип өҙмәне лә ҡуйманы. Нимә эшләйһең инде, икәүләп шөғөлләнә башланыҡ. Ятланыҡ һәм тағы ла ике ҡобайыр өҫтәп һөйләп, уҙған йыл Гран-при алды. Шундай күркәм, абруйлы бәйгелә ике йыл рәттән ҡыҙҙарым иң оло баһа алып ҡыуандырҙылар, – ти әсәйҙәре Гүзәлиә ханым шатланып.
Ҡыҙҙарға хыялдарының тормошҡа ашыуын һәм киләсәктә лә уңыштар теләйһе генә ҡала.
Х. СӘЙҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән