-25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
23 Февраль 2018, 17:33
Беҙҙең синыф – иң-иңе!
Бер көндө уҡытыусыбыҙ Әлмира Ҡасим ҡыҙы Сәйфуллина: «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнашабыҙ», – тип белдерҙе. Бөтәбеҙгә лә ҡыҙыҡ булып китте. Сәхнәлә уйнаясаҡ бит синыфташтарыбыҙ.
Бер көндө уҡытыусыбыҙ Әлмира Ҡасим ҡыҙы Сәйфуллина: «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнашабыҙ», – тип белдерҙе. Бөтәбеҙгә лә ҡыҙыҡ булып китте. Сәхнәлә уйнаясаҡ бит синыфташтарыбыҙ.
«Тапҡыр ҡыҙ» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен һайлаған икән Әлмира Ҡасим ҡыҙы. Ролдәрҙе бүлеп бирҙе. Бабай – Тимур Солтанов, бай – Әмир Йосопов, ҡыйыу ҡыҙ Фаягөл Йәнтүрина булды. Ә үгеҙҙе дәртләнеп Таһир Аҙнабаев менән Элина Хәйретдинова кәүҙәләндерҙе. Бөтә синыф менән иптәштәребеҙҙең репетиция үткәргәнен күҙәтә башланыҡ.
Бабай баҙарға барып утын һатып, ҡыҙы менән икәүләп ярлы ғына көн итә. Әммә бер көндө бай уның утынын ғына түгел, үгеҙен һәм арбаһын да биш һумға ғына алып ҡала. Былай ҙа ярлы йәшәгән бабайҙы тапҡыр ҡыҙы ҡотҡара. Икенсе көндө утынды ул һата. Ҡазый ҡыҙҙың дөрөҫ булыуын раҫлай һәм ғәҙел хөкөм сығара. Костюмдарҙы, декорацияны табышҡан атай-әсәйҙәребеҙгә рәхмәт, уларһыҙ ҡыйыныраҡ булыр ине.
Конкурс көнө бөтәбеҙ ҙә тамаша залына йыйылдыҡ. Бүтән синыфтарҙың сығыштарын ҡарап ултырҙыҡ. Беҙгә лә сират етте. Тулҡынланып ҡарайбыҙ, видеоға, фотоға төшөрәбеҙ. Ныҡ килештерҙе синыфташтарыбыҙ. Артистар кеүек уйнанылар. Сығыштары бөтәһенә лә – жюри ағзаларына ла, атай-әсәйҙәргә лә, уҡыусыларға ла бик оҡшаны. Ура, беҙҙең III «Б» беренсе урынды яуланы! Хәҙер синыфташтарыбыҙ район, ҡала кимәлендә ярышасаҡ. Уларға уңыштар теләйбеҙ. Ә Әминә Яҡупова үҙе генә сығыш яһап, III урын алды.
III «Б» СИНЫФЫ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән