+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
23 Февраль 2018, 17:41

Думбырала ла, ҡурайҙа ла уйнайҙар

Сибай ҡалаһында үҙенсәлекле белем усағы бар. Башланғыс махсус музыка мәктәп-лицейы тип атала. Өфөләге урта махсус музыка колледжының филиалы ул. Бында башлыса Урал аръяғы райондарынан таланттары менән айырылып торған ҡыҙҙар һәм малайҙар уҡый. Кескәйҙәрҙең һәләтен үҫтереүгә, уларға төплө белем биреүгә ҙур көс һалына.

Нургизә Раева.
Нургизә Раева.

Белем алыр өсөн Ҡытайға булһа ла бар, тиҙәр бит. Балалар интернатта йәшәй. Әб­йәлил, Ауырғазы, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан килеп уҡыйҙар. Тыуған өйөңдән сығып китеү еңелдән түгелдер. Әммә бында күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыттары ҡалмай. Сәнғәт, музыка яратыусы балалар талантлы педагогтарҙан төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнә. Концерттарҙа даими сығыш яһайҙар. Белем усағында фортепьяно, скрипка, блокфлейта, шулай уҡ халыҡ оркестры музыка ҡоралда­ры – баян, думбырала уйнарға өйрәнәләр. Һәр уҡыусы теләге буйынса фортепьяно, ҡурай йә ҡумыҙҙы үҙләштерергә тейеш. Ҡурайсылар, фольклор, халыҡ музыка ҡоралдары ансамблдәре эшләй. Уҡыусылар конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштары менән ҡыуандырып тора. Төрлө ҡалаларҙа үткән халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика, төбәк бәйгеләрендә бик күп тапҡыр лауреат, дипломант, призёр бул­ғандар.

Уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештәге түңәрәктәр эшләй. Саралар ҙа йыш үткәрелеп тора. Башланғыс музыка мәктәп-лицейын тамамлағас, Өфөләге урта махсус музыка колледжына күсәсәктәр. Киләсәктә танылған сәнғәт кешеләре булып китерҙәр әле. Ошо уҡыу йортон ҡасандыр тамамлаған Аяз Нухов, Салауат Мөхәмәтйәров, Шәһит Хамматов һәм башҡа ағай-апайҙары кеүек.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Читайте нас: