Салауат районы Лағыр мәктәбе уҡыусыһы Нилә Бәширова өсөнсө сиректе «дүртле», «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Әле ауылда рәхәтләнеп ял итә.
– Каникулда бик күңелле! Күбеһенсә тыштан инмәйбеҙ. Саңғыла йөрөйөм, конькиҙа шыуам. Нил ағайым менән ҡар бәрешеп уйнайбыҙ, сана шыуабыҙ. Бәләкәй саҡтан бик ныҡ дуҫбыҙ. Ул VI синыфта уҡый. Каникул булһа ла, спорт менән бергәләп шөғөлләнәбеҙ. Алты йәшлек ҡустым Димде лә ҡарайбыҙ. Әсәйемә һауыт-һаба, иҙән йыуырға ла ярҙам итәм, – ти ҡыҙ.
Дүртенселә уҡыған Ниләнең йыр-бейеүгә, шиғыр һөйләү оҫталығына иҫең китер. Был ата-әсәһенән дә киләлер. Улар ҙа – йыр-моңға бик маһир кешеләр. Ғаиләләре спорт менән дә дуҫ. Күмәкләп саңғыла йөрөйҙәр. Ҡыҙҙың ярыштарҙа ҡатнашҡаны ла бар. Көрәш, гимнастика менән дә шөғөлләнеп алған. Рәсемдәре лә бик матур килеп сыға. Район буйынса бәләкәй фәндәр академияһында «Традицион булмаған һүрәт төшөрөү алымдары» темаһына фәнни эш яҙып, I урын яулаған. Каникул ваҡыты булһа ла, яратҡан шөғөлдәрен бер ҙә ташламай Нилә, шөғөлләнеүен дауам итә.