+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Апрель 2018, 12:49
Ҡар һыуына барҙыҡ
Манышты ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш үткәрелә. Яңыраҡ «Ҡар һыуына барыу» йолаһы күрһәтелде. Байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты.
Манышты ауылының «Шишмәкәй» балалар баҡсаһында төрлө байрамдар, иртәлектәр йыш үткәрелә. Яңыраҡ «Ҡар һыуына барыу» йолаһы күрһәтелде. Байрамда ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты.
Балаларҙың барыһы ла башҡорт милли кейемендә килде. Оло инәй – Рәлиә Фәйзрахман ҡыҙы Йомағужина йоланың үҙенсәлектәре тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Һыу алып ҡайтыуҙы сәхнәләштереү, яҙ тураһында йомаҡтар сисеү, һынамыштар әйтеү, йырҙар һәм бейеүҙәр байрамыбыҙға йәм, рух өҫтәне.
Кескәй төркөм ҡыҙҙарының – «Ҡулъяулыҡ», малайҙарҙың – «Батырҙар», өлкән төркөм ҡыҙҙарының «Биҙрәләр» бейеүҙәре, яҙ тураһында йырҙары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Боронғо уйын «Күрешеү»ҙе лә хәтергә төшөрөп алдыҡ.
Шулай итеп, байрамдан бөтәбеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Уны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре, балаларҙың барыһына ла милли кейемдәр тектергәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Ә балалар йолаларыбыҙҙы белеп үҫергә тейеш.
Әнисә АБДРАХМАНОВА, тәрбиәсе.
Белорет районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?