Һеҙ һүрәттә күргән был ҡыҙ бигерәк бәләкәс кенә булып күренә. Ысынлап та, ул шулай кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, бик күп конкурстарҙа ҡатнашып өлгөргән. Әйҙәгеҙ, Әлимә менән яҡынданыраҡ танышып китәйек.
Әлимә Мостафина – Байназар мәктәбенең III синыф уҡыусыһы. Ул иң әүҙем һәм тырыш уҡыусыларҙың береһе һанала. Беренсенән алып тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшеүсе ҡыҙ район конкурстарында, төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашырға ынтылып ҡына тора. Үҙе бик өлгөр. Әлимә «Яҙғы тамсылар» бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, еңеү яулап та ҡайтты. Белем усағында үткәрелгән бер ярышты ла ҡалдырмай. «Һылыуҡай» бәйгеһендә лә еңеүсе булды. Бында үҙенең отҡорлоғо, зирәклеге, матурлығы менән барыһын да хайран ҡалдырған, моңло итеп йырлаған, матур бейегән, шиғырҙы ла оҫта һөйләгән. Уҡытыусыһы Айгөл Әнүәр ҡыҙы Ғәлиуллина уның тураһында һәр саҡ маҡтап, йылы һүҙҙәр генә әйтә.
Әлимә беренсе синыфтан уҡ «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсында «Йәш сәсәниә» номинацияһында еңеп сығып, тиҫтерҙәре араһында танылыу яуланы. Киләсәктә әҫәрҙе тулыһынса ятлау теләге менән яна.
Ҡыҙҙың яратҡан шөғөлдәре лә бик күп. «Миңә йыр дәрестәре оҡшай. Яратҡан йырҙарым күп, ә иң оҡшағаны – «Әнисәнең күлдәге», – ти ул. Өйҙә лә һеңлеһе менән һәр саҡ йырлап ҡына йөрөйҙәр.
Бына шундай шәп ҡыҙ ул Әлимә! Бәләкәйҙән һоҡландыра.