+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Июнь 2018, 17:35

Бергәләп тырышҡас

Эт ролен башҡарыусы Илдан Мортазин шул тиклем оҫта уйнаны. Хас артист тиер­һең үҙен! Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.

Эт ролен башҡарыусы Илдан Мортазин шул тиклем оҫта уйнаны. Хас артист тиер­һең үҙен! Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Баҡһаң, малай киләсәктә ошо һөнәр эйәһе булырға теләй икән. Айбулат Ҡоҙабаев, Нурмөхәмәт Шәһәр­ғәзин, Кәрим Хөснуллин, Арыҫлан Ишморатов, Нәркәс Мусина, Әлиә Сурина, Нәркәс Миңлейәровалар ҙа бигерәк килештерҙе. III «В» синыфын тамамлаған был балалар уҡытыусылары Гөлгөнә Зәйнетдинова менән «Эт үҙенә нисек хужа тапты» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте. Алҡышлап ҡул саптылар.
Донъя халыҡ әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең «Һаумы, һаумы, әкиәт!» IX ҡала конкурсында фольклор төркөмдәр араһында юҡҡа ғына Гран-при яуламанылар бит.
– Синыфыбыҙ менән әкиәт уҡырға яратабыҙ. Ваҡыт бул­ғанда ролдәрҙе бүлешеп, уйнап та ҡарайбыҙ. Балаларға әкиәт сәхнәләштереү бик оҡшай. Уҙған йыл «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында беренсегә ҡатнашып, номинацияла бүләкләнгәйнек. Быйыл инде ныҡлап әҙерләнеп, еңеүсе булырға маҡсатланғайныҡ, теләгебеҙгә ирештек, – ти Гөлгенә Сәрүәр ҡыҙы.
Ул үҙе әкиәтте заманға яраҡлаштырып сценарий төҙөгән, матур-матур костюмдарҙы әҙерләргә балаларҙың атай-әсәйҙәре ярҙам иткән. Йәш артистарға биҙәнеп төҙәнергә Әлиә Мусина булышҡан. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, бергәләп тырышҡас, еңеүсе булып та ҡыуанғандар.

Г. РАМАҘАНОВА.
Читайте нас: