Уҡыуҙар тамамланғас, атай-әсәйҙәребеҙ менән бергәләп Йөрәктауға сәйәхәткә барҙыҡ. Бик күңелле булды. Тауҙың иң башына менеп, үҙебеҙҙең синыфтың флагын ҡаҙаныҡ. Матур уйҙар ғына уйлап, изге теләктәр теләнек. Төшкөһөн бергәләп сәй эсеп алғас, ҡыҙыҡлы уйындар башланды.
Сәйәхәт ныҡ оҡшаны. Яңы көс, дәрт алып ҡайттыҡ.
Азалиә ЛАТИПОВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.