-3 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Июнь 2018, 17:28
Ялым күңелле үтә
Каникулым бик һәйбәт башланды. Гимназияның «Ҡурай» лагерында ял иттем. Унда беренсе синыфтан алып йөрөйөм. Лагерҙа бик күңелле булды. Беҙҙе вожатыйҙар паркка, киноға, экскурсияға, бассейнға йөрөттө. Бигерәк тә һыу инеү оҡшаны.
Каникулым бик һәйбәт башланды. Гимназияның «Ҡурай» лагерында ял иттем. Унда беренсе синыфтан алып йөрөйөм. Лагерҙа бик күңелле булды. Беҙҙе вожатыйҙар паркка, киноға, экскурсияға, бассейнға йөрөттө. Бигерәк тә һыу инеү оҡшаны.
Лагерҙың һәр көнөн зарядка менән башлап, унан иртәнге аш ашаныҡ. Шунан инде беҙҙе берәй ҡыҙыҡлы сара, төшкө аш һәм отряд менән уйындар көтә ине. Ял алдынан ике көнлөк тәмлекәстәр ҙә биреп ҡайтарҙылар. Көн һайын төрлө конкурстар ойошторолдо. Бында һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтте. Мин дә бәйгеләрҙә ҡатнашырға тырыштым. Былтыр «Лагерь һылыуы»нда көсөмдө һынағайным, быйыл асыу тантанаһында «Шаян ҡыҙҙар» бейеүен башҡарҙым. Миңә мәктәп лагерында бик оҡшаны, бик теләп йөрөнөм.
Әле лә ялым матур дауам итә. Туғандарым менән бергәләп тәбиғәт ҡосағына ла сығабыҙ, тиҫтерҙәрем менән саф һауала рәхәтләнәбеҙ.
Яҙгөл ҒИЛМИЙӘРОВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән