+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Июль 2018, 11:52

Һоҡланмау мөмкин түгел

Телевизор экраны аша уны күргәнегеҙ бар. Йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ «Тамыр» студияһында шөғөлләнә. Дүрт йәшенән «Әкиәт китабы», «Сәңгелдәк», «Иләү» кеүек тапшырыуҙарҙа ҡатнаша. Алып барыусы ла булған хатта. Алты йәшенән вокаль-бейеү төркөмөнә йөрөй башлай. Быйыл яҙғыһын «Тамыр» телеканалы ойошторған «Хал­ҡым йыры – тамырымда» тигән байрам сараһында ла ҡатнаша. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә синыфташы Искәндәр Йәһүҙин менән икәүләп «Ҡыр ҡаҙы» тигән йырҙы башҡарғандар. Тағы ла «Бирешмә» төркөмөнөң концерттарында ла ҡатнашмай ҡалмай. Иҫегеҙгә төштөмө? Розалиә Аҙнаева тура­һында һүҙебеҙ.

Уҡыуы ла һәйбәт ҡыҙҙың. II «Б» синыфын тик «бишле»­ләргә генә тамамлаған. Розалиә баш ҡалабыҙҙағы иң күркәм белем усаҡтарының береһе – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡый. Уҡытыусыһы Зөһрә Ильяс ҡыҙы Ҡазыханова ла үҙен маҡтап ҡына тора. Тәртипле, тырыш, бөхтә кейенеп йөрөй, яҙыуы ла матур, мәктәп, район олим­пиадаларында ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Ҡыҫҡаһы, һәр яҡлап килгән ҡыҙ инде.
– Бәләкәй сағында оялсан ғына ине. Шуға ҡарамаҫтан, бик әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булды, – ти әсәһе Гөлсәсәк Cәйет ҡыҙы. – Туғыҙ айҙан атлап китте, теле иртә асылды, биш йәшендә уҡырға өйрәнде. 13-сө башҡорт балалар баҡсаһына йөрөнөк. Дүрт йәшенән алып, йыл һайын «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнашты. Төрлө номинацияларҙа еңеүҙәр яуланы. Бейеү менән шөғөлләнде. Уҡырға төшмәҫ элек үк инглиз телен өйрәнә башланы. Бына шундай ҡыҙ ул беҙҙең Розалиә.
Ә беләһегеҙме, ул ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнә? Тау саңғыһы! Ҡыш­ҡыһын әсәһе менән бергә ошо спорт йүнәлешендәге базаларҙа ял итәләр. Хәҙер саңғыла елдәй елдерә ҡыҙ. Конькиҙа нисек ныҡ баҫып торғанын күрһәгеҙ икән… Шулай булмай, тимер­аяҡтар­ҙа дүрт йәшендә үк йөрөй башлаған бит ул. Нисек өлгөрә икән, эйеме?
– Быйыл миңә Башҡорт дәүләт академия драма теат­ры сәхнәһендә сығыш яһау бәхете лә тейҙе бит әле, – тип Розалиә шатлығы менән бүлешергә ашыҡты. – «Ташлама утты, Прометей!» спектаклендә Зевс менән Мне­мосинаның ҡыҙы Мельпоменаны уйнаным. Ныҡ оҡшаны. Театр­ҙан Рәхмәт хаты алыу тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе. Дуҫтарым да ҡыуанды. Ә улар күп. Шулай ҙа иң яҡыны – Гөлфиә. Балалар баҡсаһынан алып гел бергәбеҙ. Синыфташтарым Артур Рамаҙанов, Урал Усманов, Ильяс Ишкинин менән дә дуҫтарбыҙ. Тыу­ған көндәргә саҡырышабыҙ. Улар менән дә бер балалар баҡсаһына йөрөнөк.
Ана шулай ваҡытын бик фай­ҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрә Розалиә. Атаһы менән әсәһе эштә ваҡытта дәрестәрен үҙ аллы әҙерләй, инглиз телен нығыта. Саң һурҙыртып, иҙәндәрҙе лә йыуып ҡуя. Тик ҡайһы саҡта бер үҙенә күңел­һеҙ булып китә. Оҙаҡламай әсәләре бесәй алып бирергә вәғәҙә иткән инде. Дөрөҫ, икәүләп күңеллерәк буласаҡ.
Каникулың матур үтһен, Розалиә!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Читайте нас: