+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Август 2018, 13:21

Алтын билдәле Алһыу

Ете йәшлек кенә Алһыу ниндәй ҙур уңышҡа өлгәшкәнен үҙе лә аңлап етмәйҙер әле. Бәләкәй шул, уҡырға ла алты йәш ярымдан уҡ төшкән бит. Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Кү­симов исемендәге гимназияның I синыфын тамамлаған.

Ә яңы­раҡ ҡыҙға «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер бул!» Бөтә Рәсәй спорт-һауыҡтырыу комплек­сының 6 – 8 йәшлектәр өсөн I баҫҡысы нормативтарын яҡшы үтәгәне өсөн «Алтын билдә» тапшырҙылар. Был төркөмдәге балаларға бөтәһе һигеҙ төрлө һынау ҡаралған. Әйтәйек, ҡыҙҙар алтын миҙал алыр өсөн 30 метр­ҙы – 6,2, ә малайҙар 5,9 секундта йүгереп үтергә тейеш. Алһыу Әминеваны Физкультурниктар көнөндә Асҡар стадионында бүләкләнеләр.

– Бәләкәйҙән бик теремек, тиктормаҫ бала ул. Өйҙә атлап түгел, йүгереп, тәгәрәп йөрөй, тиһәң дә була, – ти әсәһе Ләйсән Рафаэль ҡыҙы. Ул үҙе лә спорт ярата икән, уҡыусы, студент саҡтарында уҡыу йорттарының волейбол командаһында уйнаған.

Ә Алһыу балалар баҡсаһына йөрөгәндә гимнастика менән бик ихлас шөғөлләнгән. Гимназияла иһә башҡорт бейеүе түңәрәгенә йөрөй. Икенсе синыфта таэквондо секцияһына ла яҙыласаҡ, Алла бирһә. Энергияһы ташып тора уның, күҙ теймәһен. Әле каникулда ла йүгерә лә, һикерә лә, туп менән дә уйнай, ролигында, самокатында ла йөрөй. Йәйгеһен ике яҡта – ике өләсәләрендә лә булғандар, ял иткәндәр, һыу ингәндәр. Элина апаһы менән улар­ға ярҙам иткәндәр. Ҡаҙ, тауыҡтарҙы ҡарау, башмаҡ, быҙауҙарҙы ҡыуыу, баҡсала емеш-еләк йыйыу кеүек эштәрҙе үҙҙәренә ышанып тапшырырға була хәҙер.

Өйҙәрендә лә шәп ярҙамсылар икән ҡыҙҙар.

– Ашарға әҙерләй башлаһам, йүгереп килеп етәләр. Өс йәшлек Гүзәлиә лә ҡалыш­май. Алһыу ҡыҙым да хәҙер һауыт-һаба, иҙән йыуырға ла эшкингән, – ти әсәләре.

Һәләтле ҡыҙ рәсем төшөрөргә, балсыҡты әүәләп төрлө һындар эшләргә лә әүәҫ. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлар икән ул? Спорттымы? Иң мөһиме, һау-сәләмәт, бәхетле генә булһын, тип теләйек.


Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: