Балалар баҡсаһына йөрөгәндә төрлө һөнәрҙәргә өйрәнде ҡыҙ. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә оҫта. Оригамиға, балсыҡтан төрлө һындар әүәләп эшләргә әүәҫ.
Гимназияла Эльвина бейеү, йыр түңәрәктәренә йөрөргә теләй. Йәйгеһен Баймаҡ, Әбйәлил райондарындағы өләсәйҙәрендә саф тәбиғәт ҡосағында ял итеп, Өфөнө лә һағынып ҡайтты. Гимназияла тырышып уҡып, аҡыллы ҡыҙ булып үҫеп, яҡындарын ҡыуандырыр әле. Аҡ юл, һиңә, Эльвина!