+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Август 2018, 13:24

Уҡыуҙа ла һынатмаҫ әле

Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр бит әле. Фәдис Ғәлиәкбәров та атаһынан күп эшкә өйрәнеп, ярҙамсы булып үҫеп килә. Шулай булмай ни: улар­ҙың фермер хужалығында 30 баш йылҡы малы, 50-ләп һыйыр, һарыҡтар, ҡаҙҙар, өйрәктәр, тауыҡтар бар.

Егәрле малай иртән көтөү ҡыуыша, кис ҡаршы ала. Бесән мәлендә лә йоҡлап ятмай, таңдан тороп атаһы менән бергә тракторға ултырып китә лә сапҡанда бергә эргәһенә йөрөй.
Көндөҙҙәрен ҡаҙ, өйрәктәр өсөн Фәдис яуаплы. Был эште ышанып тапшыралар уға.
– Ашатырға ваҡыт етһә, арттан йүгереп йөрөй­ҙәр, спортсылар кеүек инде улар, – тип көлә йорт ҡоштары менән дуҫлашып бөткән малай.
Йәйге каникулда ата-әсәһенә миндек тә бәйләшкән, баҡсала ҡый үләндәре уташҡан. Үҙҙәренең емеш-еләге күп булһа ла, ҡыр еләктәре йыйып та ҡайнатма эшләгәндәр. Архангел районы Тирәкле ауылының тәбиғәте бик матур, бай шул. Рәхәтләнеп ял итеп, Инйәрҙә туй­ғансы һыу инеп тә өлгөргән Фәдис.
Быйыл ул II синыфҡа уҡырға бара. Уңған малайға уҡыуында уңыштар теләйбеҙ. Һынатма, йәме!
Читайте нас: