+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
7 Сентябрь 2018, 15:35

Сәскәләр байрамы

Йыл һайын беҙҙең 50-се балалар баҡсаһында Сәскәләр байрамы уҙғарыла. Уға тәрбиәселәр алдан уҡ әҙерләнә башлай. Иртә яҙҙан балалар баҡсаһы тирәләй төрлө-төрлө матур сәскәләр ултырталар, тәрбиәләйҙәр. Быйыл да байрам бик күңелле үтте. Сәскәләр феяһы төрлө конкурс һәм уйындар ойошторҙо. Бәләкәстәр йомаҡ систе, Баш­ҡортостаныбыҙҙа ниндәй сәскәләр үҫеүе хаҡында һөйләне, уларға арнап шиғыр ятланы, йыр йырланы.

«Минең тылсымлы сәскәм» тигән асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсында ла ихлас ҡатнаштылар. Кескәйҙәр ата-әсәләре менән бергәләп иҫке материалдарҙан яратҡан сәскәләренең костюмын да әҙерләгән. Уларҙың һәр ҡай­һыһы матур һәм үҙенсәлекле килеп сыҡты. Балалар феяға сәскәләрҙе буштан-буш өҙмәҫкә, тәбиғәтте һаҡларға вәғәҙә бирҙе.

Зөлфиә СОЛТАНОВА, тәрбиәсе.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: