-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Сентябрь 2018, 16:33

Артист булам, ти Айҙар

Дүрт йәшлек кенә сағында тәү тапҡыр сәхнәгә сығып, «Салауат» йырын башҡара. Кескәй йырсыны бик алҡышлап оҙаталар. Ундай саҡты онотоп буламы ни инде! Һаман хәтерендә Айҙарҙың. Улдарының йыр-моңға битараф булмағанлығын күреп, атай-әсәйҙәре уны 6 йәшендә Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» башҡорт фольклор коллективына алып килә.

Улар район кимәлендә ойошторолған ниндәй генә сараларҙа сығыш яһамай. Күмәкләп үҙҙәрендәге «Аҡбуҙатта ҡунаҡта», «Урал иле», Стәрлетамаҡта уҙған «Ашҡаҙар таңдары» фольклор төркөмдәре республика бәйгеләрендә йыл һайын I, II урындар яулайҙар. Сәхнәгә яңғыҙы ғына сығып та уңыштарға ирешә. Былтыр «Сулпылар» республика телевизион конкурсында ҡатнашып, «Серле ҡыҙ» йыры менән икенсе урынды ала. Беренселә уҡыусы туғаны Аделина менән дә бергә көстәрен һынап, призлы урынға сығалар.

Нәфис һүҙ һөйләүгә лә маһир икән үҙе. Зәйнәб Биишеваның шиғырын ятлап, Көйөргәҙелә еңеүсе булған. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең район ярышында быйыл беренселекте бер кемгә лә бирмәгән. Бейеүгә лә оҫталығы бар.

– Айҙар яҡшы уҡый. Бик яуаплы, тырыш уҡыусы. Бөтә ҡушҡан эштәрҙе теүәл үтәй. Мәктәптә үткән көҙгө кроста ҡатнашып, икенсе урын яуланы, – тип уҡытыусыһы Айгөл Раһип ҡыҙы Хөсәйенова ла маҡтап телгә алды.

Йәйге каникулын да матур уҙғарған ул. Рус­лан ағаһы менән футбол уйнап рәхәтләнгәндәр.

Киләсәктә кем булырын һорағас, күп уйлап тормай: «Артист», – тип яуап бирҙе. Тамашасыларҙы йыр-моң, бейеүҙәрең менән ҡыуандырып торорға яҙһын, уңыштар һиңә!

Г. РАМАҘАНОВА.

Көйөргәҙе районы, Илкәнәй мәктәбе.
Читайте нас: