+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Сентябрь 2018, 16:17
Минең ғаиләм
Мөхәмәтсафа олатайым 43 йыл фермала мал ҡараусы булып эшләгән. Хәҙер ул хаҡлы ялда инде. Мәүлиха өләсәйем 1975 йылда мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын Шаҡшалағы кирбес заводында башлай. Һуңынан олатайым менән өйләнешкәс, ауылға ҡайтып фермала һауынсы була. Ул 28 йыл колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әле мал аҫрап, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй. Шулай уҡ апайым менән мине тәрбиәләү ҙә улар өҫтөндә. Сөнки атайым менән әсәйем Өфөлә эшләп йөрөй.
Ә беҙҙең ғаиләбеҙҙә алты кеше: олатайым, өләсәйем, атайым, әсәйем, Алина апайым һәм мин. Атайым – Альберт, әсәйем – Светлана. Улар – икеһе лә төҙөүселәр. Аҙна һайын ҡайтып, өләсәйемдәргә ярҙам итеп торалар. Каникул ваҡытында беҙ ҙә Өфөгә барабыҙ. Атай, әсәйем менән бергәләп кино, театр ҡарайбыҙ, музейҙа, паркта булабыҙ.
Алина апайым һигеҙенсе синыфта уҡый. Ул яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Матур итеп бейей, спорт менән шөғөлләнә. Өләсәйемдәргә өй эштәрендә булыша, миңә дәрес әҙерләргә ярҙам итә. Ә үҙем йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫмен. Уҡыуҙа ла һынатмайым.
Мин яҡындарымды ныҡ яратам. Ошондай татыу, тырыш ғаиләлә йәшәүемә бик шатмын.
Әлиә ТАҺИРОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Нуриман районы, Иҫке Күл мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән