+30 °С
Ясно
VKOKМакс
Тирмәкәй
30 Ноября 2018, 11:09

Икеһе лә һоҡландыра

Был фотола кемдәр ул, тиһегеҙме? II синыфтан Илсур Хөсәйенов менән өсөнсөнән Радмила Сәфәрғәлиева. Юҡҡа ғына төшөрөп алманыҡ уларҙы: икеһе лә яҡшы уҡый, мәктәптә үткән сараларҙа бик әүҙемдәр. Иң мөһиме: әйткәнде көтөп тормайҙар, һәр эштә әүҙемлек күрһәтәләр. Район кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып торалар.

Илсур концерттарҙа тасуири итеп шиғыр­ҙар һөйләргә оҫта. Ә Радмила башҡорт халыҡ бейеүҙәрен матур итеп башҡара. Быйыл «Республикама дан йырлайым!» иншалар конкурсында районда еңеү яулаған. Илсур иһә яҡташтары, дипломат Ҡыҙыл Паша – Кәрим Хәкимов музейына арналған фотоһүрәттәр бәйгеһендә II урын алған.

Балалар байрам һайын үҙ ҡулдары менән матур итеп һүрәттәр эшләп, стена гәзите сығара. Бына шундай дәртле, ихлас кескәй­ҙәр ҙә бар Ҡаныҡай мәктәбендә.

Э. РӘШИТОВА.

Бишбүләк районы.
Читайте нас