+3 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Ноябрь 2018, 16:25
Ә һин хоҡуҡтарыңды беләһеңме?
Бөтә донъя балалар хоҡуҡтары көнөндә беҙҙең китапханала «Үҙ ғүмерең – үҙ ҡулыңда» тигән бик файҙалы кисә үтте. Ул уйын формаһында барҙы. Бәләкәс дуҫтарыбыҙ иң тәүҙә икенсе ҡала балаларынан «Үҙ хоҡуҡтарыңды эҙләп тап» тигән видеохат алды, ә унда карта бирелгән ине. Ябай ғына түгел, эсендә ниндәйҙер һүҙ йәшерелгән.

Уны табыу өсөн һәр бер хәрефенә эш йөкмәтелгән. Мәҫәлән, «О» хәрефе эсендә ғаилә тураһында ребус сисеп, ғаилә хоҡуғына эйә икәндәрен белделәр, үҙҙәренең туғандары менән дә таныштырҙылар. Тылсымлы бубен ярҙамында күңелле уйын уйнап, бейеп, ялға ла хоҡуҡтары барлығын белеп ҡыуандылар. Корней Чуковскийҙың «Доктор Айболит» әкиәтенән өҙөк уҡынылар, ә табип уларға медицина хеҙмәтләндереүе хоҡуғы тураһында һөйләне. Һүрәттәр ярҙамында кешеләрҙең йәшенә ҡарап, иң беренсе белем алыу усаҡтарынан юғары белем алыу йорттарына тиклем сылбыр төҙөнөләр. Шулай итеп, уҡыуға ла хоҡуҡтары бар икәнен асыҡланылар. Хәүефһеҙлек тураһында әңгәмә отошло булды. Йәш китап уҡыусылар үҙҙәренә ҡаты мөғәмәлә итеү ҙә тыйыла икәнен аңланы.
Шулай итеп, сара аҙағында «КОНВЕНЦИЯ» һүҙен килтереп сығарҙылар, мәғәнәһен белделәр. Бергәләп бөтә хоҡуҡтарҙы иҫкә төшөрөп, ҡабатлап үттеләр. Үҙҙәренең хоҡуҡтары тураһында төплө белем алдылар.
Кисәлә кескәйҙәргә бүләккә «Бәләкәй гражданиндың хоҡуғы» исемле буклеттар таратылды.
Любовь ОСНАЧ, 47-се моделле балалар китапханаһының мөдире.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в