+14 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Ноябрь 2018, 16:28
Әлифба
Борон-борон заманда Белем тигән тылсымлы илдә бик аҡыллы, уҡымышлы Әлифба тигән батша йәшәгән. Ул көнө-төнө китап уҡыу, яҙма яҙыу, мәсьәләләр сисеү менән шөғөлләнгән, тарих менән ҡыҙыҡһынған. Үҙенең белемле икәнлегенә ғорурланған, тик белгәнен башҡалар менән бүлешергә теләмәгән. Ә халыҡ бик наҙан булған.
Әкиәт
Борон-борон заманда Белем тигән тылсымлы илдә бик аҡыллы, уҡымышлы Әлифба тигән батша йәшәгән. Ул көнө-төнө китап уҡыу, яҙма яҙыу, мәсьәләләр сисеү менән шөғөлләнгән, тарих менән ҡыҙыҡһынған. Үҙенең белемле икәнлегенә ғорурланған, тик белгәнен башҡалар менән бүлешергә теләмәгән. Ә халыҡ бик наҙан булған.
Ваҡыт арбаһы яй ғына алға тәгәрәгән, Әлифба батшаға ла ҡартлыҡ килгән, бик ҡаты ауырып киткән. Бер мәл шундай төш күрә икән, имеш, уға бер тылсымлы тауыш: «Был донъяла береһе лә эҙһеҙ китмәй, халыҡ һине онотмаһын, тиһәң, белемең менән уртаҡлаш». Батша уянғас та, ҡулына ҡәләм алып, белгәндәрен ҡағыҙға теркәп ҡуйған. Китап әҙер булғас, бар халыҡты саҡырып, аң-белемгә өйрәткән.
Күп тә үтмәй, Әлифба батша донъя ҡуйған. Үлер алдынан халыҡҡа: «Минең һарайымды белем алыу урынына әйләндерегеҙ һәм уны «Мәктәп» тип атағыҙ, китабымды күсереп, халыҡҡа таратығыҙ. Ошо булыр васыятым – белемле булырға ынтылығыҙ», – тигән һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған.
Кешеләр уны хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшыра һәм теләктәрен үтәп, уҡыу-яҙыуға өйрәнгән урынды мәктәп тип исемләй, тәүге китап уның хөрмәтенә әлифба тип атала башлай.
Диана ҒӘЗИМОВА, VIII «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика интернат-гимназияһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән