Һәләтле малай «Әкиәт» балалар баҡсаһына йөрөгән сағында уҡ ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбендә бейеү менән шөғөлләнгән.
Хореография синыфы уҡытыусыһы Алһыу Шәмсетдин ҡыҙы Хафизова Мәликә Байғужина исемле ҡыҙ менән икеһенә айырым «Ҡурсаҡ» тигән бик матур заманса халыҡ бейеүен өйрәткән. Бик инсафлы ҡыҙ ул. Сәнғәтте ярата. Әле 13-сө мәктәптең I синыфында уҡый. Кескәйҙәр дуэт менән Өфөлә, Ҡырым Республикаһында ла конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдарға лайыҡ булған. Яңыраҡ баш ҡалала үткән «Башҡортостан таланттары» бәйгеһендә II урын алғандар. Ә иң ҙур еңеүҙәре, моғайын, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге «Рәсәй киләсәге» милли премияһы финалына сығыуҙарылыр. Кескәй бейеүселәр яҙ көнө Мәскәүгә барып, сығыш яһап, диплом алып ҡайтҡан.
Ғаяз музыка ҡоралдары менән дә мауыға. Ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, баянда, пианинола уйнай белә. Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге төбәк-ара ҡурайсылар бәйгеһендә II урын алған.
Уҡыу буйынса математика, яҙыу дәрестәре оҡшай Ғаязға. Тиктормаҫ, кешеләр менән аралашырға яратҡан малай ҡыштарын конькиҙа йөрөргә, хоккей уйнарға әүәҫ, ә йәй етһә, роликта һәм велосипедта елдерә.