+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Февраль 2019, 13:39

Бәләкәй генә, тимәгеҙ…

Cәсе матур итеп тарап үрелгән, алъяпҡыс, ап-аҡ яғалы форма күлдәк кейгән ҡыҙҙы күргәс тә: «Һәйбәт уҡыусылыр был», – тигән уй үтте баштан. Ысынлап та, шулай икән!

– Бик уңған, аҡыллы ҡыҙ, бөхтә йөрөй, тәртипле. Беренсе синыфтан тик «бишле»ләргә генә өлгәшә, – тип Райза Рәфил ҡыҙы Ғәниева уҡыусыһы Линиза Ғарифуллина тураһында ғорурланып һөйләне. – Дәрестәргә әҙерләнеп кенә йөрөй. Китап-дәфтәр­ҙәре таҙа, бөтә нәмәһе урынында.

Линиза III синыф­та уҡый. Бөтә дәрестәр ҙә берҙәй оҡшай икән уға. Урыҫ теле, математика, тирә-яғыбыҙҙағы донъя буйынса республи­ка кимәлендә үткән Гагарин кубогына олим­пиадала көсөн һынап ҡараған. «IV си­ныфтан районда үтәсәк бүтән бәйгеләр­ҙә лә ҡатнашырға мөмкин буласаҡ. Әле шуға әҙерләйбеҙ», – ти уҡытыусыһы.

Мәктәптәге бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Әле ул I синыфта уҡыған ҡус­тыһы Динияр менән район кимәлендә үтәсәк «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсына әҙерләнә. «Әтәс менән Төлкө» тигән әкиәтте һайлағандар. Бәйге Асы ауылында уҙасаҡ һәм Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 100 йылға арналасаҡ. Шиғырҙар­ҙы матур итеп һөйләй, йырлай. Һүрәт төшөрә. Бейеүгә лә йөрөй. Буш ваҡыт­тарында конькиҙа шыуалар. Береш­тамаҡтағы Рәлифә өләсәһенә йыш ҡы­на ҡунаҡҡа баралар. Ул Линизаға төрлө сүрәләрҙе ятлат­ҡан. Хәҙер ҡыҙ ауыл­да­ғы мәсеткә йөрөп, дини дәрестәр ала. Ди­нияр­ҙы ла эйәр­тә.

– Аталары мәрхүм булып ҡалғас, ҡыйын ваҡыттарҙа ҡыҙым миңә лә сүрәләр уҡыр­ға кәңәш итте. Шул баланы тыңланым. Иншалла, еңел булып ҡалды, – ти әсәһе. – Балаларым итәғәтле. Төрлө йомош менән ҡайҙалыр барырға тура килһә лә, икәүләп матур итеп донъя көтөп ултыралар, үҙ-ара татыуҙар.

Малай кеше булараҡ, Динияр утын, һыу индереп ҡуй­һа, Линиза гөлт иттереп өйҙө йыйыштыра.

Шун­дай тәрбиәле балалар менән танышыуыбыҙға беҙ ҙә шат булдыҡ.

Х. ХӘСӘНОВА.


Белорет районы, Йөйәк ауылы.
Читайте нас: