0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
1 Февраль 2019, 13:25

Шалҡан

Заманса әкиәт Бер көндө Бабай тракторы менән ер һөргән дә шалҡан сәскән. Уныһы ҙур булып үҫкән. Күпмелер ваҡыт үткәс, шалҡанды һөйрәп ҡарай, тик сығара алмай икән.

Телефонын алған да Әбейенә шылтыратҡан. Ул мопеды менән «һә» тигәнсә килеп ет­кән. Былар эшкә икәүләп тотонған. Тарталар-тарталар, тик сығара алмайҙар. Шунан Әбей Ҡыҙына SMS яҙып ебәргән икән, уныһы инде вертолёт менән тиҙ генә осоп килгән. Һөйрәйҙәр, тик һаман сығара алмайҙар. Ҡы­ҙы скайп аша Этте саҡыр­ған. Ә ул үҙ машина­һында дөбөр-шатыр килеп төшкән. Эттән һуң Бесәйҙе саҡырып алғандар. Сират Сысҡанға ла еткән. Ул килгәс, бындағы техниканың күплегенә хайран ҡалған һәм:

– Күпме техникағыҙ бар, ә шул шалҡанды сығара алмай, мине маҙаһыҙлай­һығыҙ, – тип тракторға менеп тә ултырған. Берҙе тартҡан икән, шалҡан килеп сыҡҡан. Ошолай еңел генә тартып сығарыуына баш­ҡалар ныҡ аптыраған. Ана шулай, ҡайһы саҡ баш менән уйлап эш итер кәрәк, тигән һығымтаға килгән улар.
Ә шалҡанды Бабай баҙарға алып барып һатҡан, алдан килешеү буйынса ярты хаҡын Сысҡанға биргән. Башҡаларға ла әҙләп өлөш тәтегән. Сөнки берҙәмлектә көс икәнен дә Бабай яҡшы аңлаған.

Ирәмән УСМАНОВ.


Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
Читайте нас: