Оло йортҡа ни кәрәкһә, бәләкәй йортҡа ла шул кәрәк, тигәндәй, үҙҙәренең башланғыс мәктәбе, мәҙәниәт усағы, магазиндары ла бар. Белем усағын күп йылдар Нәсимә Ғәйнулла ҡыҙы Вәхитова етәкләй.
– Әлегә уҡыусылар һаны әҙерәк булһа ла, ауылда бәләкәй балалар, бәпәйҙәр күп кенә. Бишенсе синыфҡа 3 саҡрым ғына алыҫлыҡтағы күрше Бөрйән районы Брәтәк мәктәбенә баралар. Аллаға шөкөр, «ГАЗель» килеп ала, килтереп ҡуя. Элек, беҙ бала саҡта, көҙгө бысраҡ булһынмы, буранмы, факел яҡтыртып, уҡырға йәйәү йөрөй торғайныҡ. Күптәребеҙҙе атай-әсәйҙәребеҙ Ишембайға интернатҡа урынлаштырҙы. Шунда һағынып, илай-илай уҡып китә инек. Әле балаларҙың тыуған ауылында йәшәүе барыбер һәйбәт, – ти ул.
Хәмит Кәримов, Инсаф Хәмзин, Диана Кульчикова, Аделина һәм Эльза Сибәғәтуллиналар, Алмаз Зәйнуллин, Илвир Ишморатов уҡыуҙан һынатмай, өсөнсө хәл иткес сиректе һәйбәт билдәләргә генә тамамларға йыйына. Мәктәптә, ауыл мәҙәниәт йортонда йыш үткәрелгән һәр сарала ҡатнашалар. Ә ниндәй генә байрамдар ойошторолмай?! Яңы йыл алдынан ауыл ҡарҙан эшләнгән төрлө һындарҙан әкиәт иленә әүерелә. Быйыл, әйткәндәй, Яңы Һәйет бәләкәй ауылдар араһындағы район бәйгеһендә I урын алған. Иҫкесә Яңы йылды урманға барып, шыршы биҙәп ҡаршылағандар. Балалар килгәнгә ҡыуанып, ағастар араһынан Ҡыш бабай ҙа килеп сыҡҡан, күстәнәстәр таратҡан. Бергәләп сана шыуырға сығыу, яҙҙарын өмәләр ойоштороу, һәр иҫтәлекле датаға арнап кисә үткәреү бөтә ауыл халҡын берләштерә. Йәй көнө лә балалар иғтибар үҙәгендә: Нептун байрамы, хатта Рәсәй флагы көнө ойошторола. Атайҙар балаларға уйын майҙансығы эшләп ҡуйған.
Сәнғәткә лә тартыла уҡыусылар. Әле яңыраҡ Аделина менән Диана Ҡолғонаға барып, виртуоз ҡумыҙсы Миндеғәфүр Зәйнетдиновтан ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнгән. Улар концерттарҙа бейей ҙә. Ә Хәмит матур йырлай. Төпкөл ауылда интернет бар, смартфондар ҙа килеп еткән. Әммә Яңы Һәйет балалары күп ваҡыттарын элеккесә саф һауала үткәрә. Идеяларға бай уҡытыусылары, ихлас күңелле Нәсимә Вәхитова һәм мәҙәниәт йорто етәксеһе Ғәлимә Ишморатова апайҙары менән бик күңелле уларға.