+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Апрель 2019, 22:02
Бәләкәс артистарыбыҙ
Аҡъяр ауылының «Бәпембә» балалар баҡсаһында Театр йылына арналған аҙналыҡта бөтә төркөмдәр ҙә әүҙем ҡатнашып, үҙ һәләттәрен күрһәтте.
«Миләшкәй» тәрбиәләнеүселәре – «Бүре менән Кәзә», «Көнбағыш»тар – «Эт үҙенә нисек хужа тапҡан?», «Аҡбуҙат»тар – «Бер тоҡ алма» әкиәтен һәм Мостай Кәримдең «Ҡайын урманында» хикәйәһен сәхнәләштерҙе. «Аҡ сәскә» һәм «Ҡыңғырау» төркөмдәрендә мәктәпкә барырға әҙерләнеп йөрөгән кескәйҙәр Айһылыу Йәғәфәрованың «Кемдең күлдәге матур?», «Нәҙекәйбил» әкиәттәре буйынса әҙерләгәйне.
Тамашасы булыу ғына түгел, ә спектаклдә үҙең ҡатнашыу кескәйҙәр өсөн бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле ине. Киләсәктә бәләкәс дуҫтарыбыҙ араһынан артистар ҙа сығыр, тип ышанабыҙ. Уларға уңыштар теләйбеҙ.
Әнисә РАХМАНҒОЛОВА,
балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Хәйбулла районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?