Яңыраҡ Өфөнөң 50-се балалар баҡсаһының «Күбәләк» төркөмө тәрбиәләнеүселәре «Боҙ оҙатыу» байрамын күрһәтте. Унда мәғарифты үҫтереү институты доценты Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы Нафиҡова, ата-әсәләр һәм башҡа тәрбиәселәр ҙә килгәйне. Балалар яҙ, боҙ китеү тураһында шиғырҙар һөйләне, йыр йырланы, бейене. «Йәшерәм яулыҡ», «Баҡыр бүкән» кеүек башҡорт халыҡ уйындарын да күрһәттеләр, йомаҡтар ҙа систеләр. Баҡтиһәң, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙән тыш, борон боҙ ҡарарға килгән һәр кем үҙенең кейеменән һүренте йәки туҡыма киҫәге алып һыуға ташлар булған. Был инде уның бар ауырыу, һыҙланыуҙары һыу менән ағып китһен өсөн эшләнгән. Кескәйҙәр быны ла матур итеп сағылдырҙы. Аҙағынан имен торһон тыуған ер, барыһы ла бәхетле, һау-сәләмәт булһындар, тип тамамлап ҡуйҙылар.