Бик яҡшы уҡый, айырыуса башҡорт теле, физкультура, тирә-яҡты өйрәнеү, математика фәндәрен ярата. Өйгә бирелгән эштәрен еренә еткереп башҡара. Дәрестә һәр ваҡыт ҡулы күтәрелгән, яуабы әҙер була.
Ильяс әҙәби китаптар, гәзит-журналдар уҡырға әүәҫ. Китапханаға йыш инә. Күп уҡыуы, иғтибарлы булыуы уға «Мин хәтерләйем, мин ғорурланам» тигән исемле Бөйөк Ватан һуғышына арналған, Гагарин кубогы олимпиадаһы сиктәрендә ойошторолған сараларҙа еңеү яуларға ярҙам итте лә инде.
– Уҡытыусым Дания Тәбрис ҡыҙы Шәрифуллина дәрестәр бөткәс, айырым әҙерләне, өйгә өҫтәмә эш бирҙе. Бынан тыш, төрлө кинофильмдар ҡараным. Әҙәби китаптарҙан, интернет селтәренән, өләсәйем менән олатайым һөйләүенән иҫтә ҡалдырған мәғлүмәттәр ҙә файҙалы булды, – ти еңеүсе малай.
Ильястың тағы ла бик һоҡланғыс һәләте бар. Ул бейергә ярата. Бейеү түңәрәгендә дүрт ай шөғөлләнә, аҙнаға ике тапҡыр, 5 саҡрым ара үтеп, Ярмунсаға килә. Бишҡурай, Туҡтағол, Ярмунса ауылдарында оҫта сығыш яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яуларға ла өлгөрҙө.
Кәйефһеҙ сағын күрмәҫһең дә, гел шат күңелле, шуҡ малай ул. Шуғалыр ҙа дуҫтары ла күп.Бына шулай бар яҡтан да өлгөлө беҙҙең Ильяс.
Туймазы районы, Бишҡурай мәктәбе.