-6 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
29 Апрель 2019, 10:22
Бөтәбеҙ ҙә өмәгә сыҡтыҡ
Яңыраҡ беҙ ҙә күмәкләп өмә үткәрҙек. Унда уҡытыусыларыбыҙ һәм атай-әсәйҙәребеҙ ҙә ҡатнашты.
Бергәләп мәктәп тирә-яғын тәртипкә килтерҙек. Былтырғы япраҡ, үләндәрҙе тырматып, ағас ботаҡтарын йыйҙыҡ. Спорт майҙансығын да таҙарттыҡ. Атайҙарыбыҙ Рәмил Вәхитов менән Марат Сабитов сүп-сарҙы ташып торҙо.
Өмә бик йәнле үтте. Хәҙер мәктәбебеҙ тирәһе таҙа булғас, үҙебеҙгә лә күңелле!
Тимур ВӘХИТОВ.
Бишбүләк районы,
Дүсән башланғыс мәктәбе.
Читайте нас в