+30 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Май 2019, 12:26
Уҡыусы буласаҡтар
308-се башҡорт балалар баҡсаһында шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа байрам үтте. 5-се мәктәпкә әҙерлек төркөмөнөң малайҙары һәм ҡыҙҙары беҙҙең менән хушлашты.
Ҡасандыр ата-әсәләр үҙҙәренең кескәй генә балаларын йәлләп тә, борсолоп та балалар баҡсаһына алып килгән ине. Бөгөн уларҙың йөҙҙәрендә кескәйҙәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо сағыла. Сөнки балалар берҙәм, бик дуҫ һәм татыуҙар, аҡыллы һәм ярҙамсылдар.
Тәрбиәселәр Рәзидә Абдулхаҡ ҡыҙы Маликова һәм Сәлимә Урал ҡыҙы Үҙәрбаева балаларҙы тәрбиәләүгә бөтә күңелдәрен һалды, йөрәк йылыларын бирҙе. Баҡсалағы бер сара ла 5-се төркөмһөҙ үтмәне. Район, ҡала, республика кимәлендә барған бәйгеләрҙә лә гел генә ҙур уңышҡа ирештеләр.
«Беҙ – гагаринсылар!» тигән интеллектуаль полиолимпиадала Даяна Ғарифуллина республика кимәлендә II урын яуланы.
Киләсәктә кескәйҙәргә тырышып уҡыуҙарын, мәктәптә лә әүҙем булыуҙарын һәм яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Мәйсәрә ХАММАТОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?