-19 °С
Ясна
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
31 Май 2019, 12:33
Ура, беҙ бишенсегә күстек!
Май аҙағында күп тантаналар үтә. Ун беренселәр мәктәп менән һаубуллаша. Ә беҙ башланғыс синыфтарҙы уңышлы тамамлап, бишенсегә күстек! Биш йыл буйы яратҡан уҡытыусыбыҙ Әлмира Ҡасим ҡыҙы Сәйфуллина менән бергә белем тауына үрләнек. Күптәребеҙ әҙерлек төркөмөнә лә йөрөнө бит.
Тәүге уҡытыусыбыҙҙан айырылыуы күңелһеҙ. Ул – гимназиябыҙҙың иң яҡшы уҡытыусыларының береһе. Төплө белем биреп кенә ҡалмай, синыф сәғәттәрендә беҙгә бик күп фәһемле кәңәштәрен дә әйтте, кешелекле, изге күңелле булырға өйрәтте, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеген дә аңлатты. Бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, барыһын да ипләп кенә аңлата.
Гимназиябыҙҙа яҡшы уҡыу, төрлө яҡлап һәләтеңде үҫтереү өсөн шарттар етерлек. Сығарылыш кисәһендә синыфташтарыбыҙ йырланы ла, бейене лә, шиғырҙар ҙа һөйләне. Спорт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған уҡыусылар ҙа бар. Хәҙер иң мөһиме тырышлыҡ икәнен беләбеҙ инде. Уңышлы булыр өсөн ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә, үҙеңә ныҡ эшләргә кәрәк.
– Тыуған еребеҙгә, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булып үҫегеҙ, артабан да тырышып уҡығыҙ, һеҙҙе гимназияның иң тәжрибәле, алдынғы уҡытыусылары уҡытасаҡ, – тине беҙгә Әлмира Ҡасим ҡыҙы. Бишенселә кем беҙҙең синыф етәксеһе буласағын да әйтте.
Һынатмаҫбыҙ! Ә үҙебеҙ уҡыған кабинетҡа киләһе йылда ла, алсаҡ йөҙлө, наҙлы ҡарашлы тәүге уҡытыусыбыҙҙы һағынған һайын, инеп йөрөрбөҙ. Рәхмәт, Әлмира Ҡасим ҡыҙы! Беҙ ҙурайҙыҡ, ә һеҙ яңынан беренселәрҙе үҙ ҡанатығыҙ аҫтына алаһығыҙ. Һеҙгә тәртипле, тырыш уҡыусылар килеүен теләйбеҙ.
IV «Б» СИНЫФЫ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...