-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
28 Июнь 2019, 12:17

Һыу буйы гөрләп тора!

Көн шул хәтлем эҫе. Ҡояш ҡыҙҙыра ғына. Ошондай мәлдәрҙә нисек түҙеп өйҙә ултыраһың инде! Оло Һүрәм йылғаһы буйына йүгермәйенсә булмай. Унда бигерәк тә күңелле шул. Рәхәтләнеп һыу инәһең, ҡояшта ҡыҙынаһың.



Ибрай ауылының һыу буйы гөрләп тора.

– Мин Азалияларға ҡунаҡҡа килдем. Бергәләп һыу инәбеҙ, уйнайбыҙ. Унан алда үҙем уҡыған Күгәрсен мәктәбендә лагерға йөрөгәйнем. Өйҙә атай-әсәйемә лә ярҙам итәм: һауыт-һаба, кер йыуышам, баҡсала түтәлдәргә һыу һибәм, – ти дүртенсене тамамлаған Лиана Исмәғилева.

Уны беҙ беренсене бөткән Азалия, 6 йәшлек Азат Иҙрисовтар, Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптә I синыфты тамамлап, ола­та­һы менән өләсәһе янына ял итергә килеүсе Зөлфиә Юлдашбаевалар менән һыу ингән саҡта тап иттек.

Уларҙың йылға буйынан бер ҙә генә ҡайт­ҡылары килмәгәне күренеп тора.

– Йәйгеһен рәхәт! Туйғансы һыу инеп ҡалабыҙ, – тиҙәр.

Шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡайны был балаларҙың.

Г. ИБРАЕВА.

Ейәнсура районы.
Читайте нас: