-9 °С
Ҡар
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
26 Июль 2019, 12:43
Тәм белгесе
Әкиәт Өфөлә Салауат исемле малай йәшәгән, ти. Уның Нургизә менән Нурзилә исемле игеҙәк һеңлеләре булған. Әсәйҙәре – теш табибы, ә атайҙары поликлиникала баш табип вазифаһын башҡарған.
Бер ваҡыт малайға өйгә эшкә «Ҙурайғас, кем булаһың?» тигән темаға инша яҙырға ҡушҡандар. Салауаттың уйлай-уйлай хәле бөткән. Ысынлап та, кем булырға, ниндәй һөнәр һайларға икән? Аптырағас, балалар баҡсаһына йөрөүсе һеңлеләренән һорап ҡарамаҡсы булған.
– Салауат ағай, һин тәм белгесе бул, – ти икән Нургизә.
– Ә ундайҙар бармы ни?
– Булмай ни, шоколад эшләүселәр араһында берәүһе барыбер тәмләп тора инде, – тип өҫтәгән Нурзилә һеңлеһе.
– Әллә инде, – тигән Салауат, уйланып. – Тағы беҙгә уҡытыусы апай: «Ҙурайғас, кем булырға теләйһең, шуның менән бала саҡтан шөғөлләнергә тейешһең», – тигәйне бит әле.
– Әйҙә һуң, эшләп ҡарайыҡ. Уның өсөн беҙгә төрлө тәмлекәстәр кәрәк буласаҡ. Беҙ һиңә кәнфит ҡаптырабыҙ, ә һин уларҙың тәмен асыҡларға тейешһең.
– Ярай, тик берәмләп кенә, – тип ризалашҡан Салауат.
Игеҙәктәр ағайҙарына берәмләп кенә төрлө кәнфит ҡаптыралар ҙа үҙҙәре лә тәмләп торалар, ти.
– Быныһы ниндәй тәмлекәс? – тип һорай икән һеңлеләре.
– М-м-м, ҡурай еләгенән, – тип Салауат яуап бирә.
Утыҙға яҡын тәмлекәсте ашағас, туғандарҙың тештәре һыҙлап, эстәре ауырта башлаған. Ярай әле атай-әсәйҙәре – табиптар. Тиҙ генә эштән ҡайта һалып, дауалау сараһын күргәндәр.
Нурзилә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.
Читайте нас в