Уның темаһы башҡорт халҡының боронғо балалар уйындары хаҡында ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙер хәрәкәткә ҡоролған уйындарҙы бөтөнләй тиерлек уйнамай. Әҙ йөрөү арҡаһында төрлө ауырыуҙарға дусар булалар, бер-береһе менән аралашмайҙар. Ваҡыттарын смартфонда, компьютерҙа виртуаль донъя гиҙеп уҙғаралар.
Ауылдың өлкән кешеләре менән осрашып, улар бала саҡта ниндәй уйындар уйнағанын белергә теләп, беҙ ауыл буйлап экспедицияға сыҡтыҡ. Балалар 86 йәшлек Нәсимә Үркенбаева, 80 йәшлек Миңлегөл Атнағолова һәм 61 йәшлек Зөбәржәт Исмәғилева инәйҙәрҙән һорашып, бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт йыйҙы, төрлө уйындарҙың шарттары, тәртибе тураһында ентекләп яҙып алды. Хәҙер үҙҙәре белгәнде башҡаларға өйрәтерҙәр инде.