+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Август 2019, 12:58

«Шайморатов генерал»ды өйрәнеп алғандар

Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған «Шайморатов генерал» ысын мәғәнәһендә халыҡ йырына әйләнде.

Легендар генералдың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған флешмобта ҡатнашыусылар ифрат күп булды. Кескәйҙәр ҙә был йырҙы яратып башҡара. Мәҫәлән, ағалы-һеңлеле Ирхан менән Йәсминәгә 4 һәм 3 кенә йәш әле.

– Беҙ Әбйәлил районы Айғырбатҡан ауылында йәшәйбеҙ. Ирхан менән Йәсминә балалар баҡсаһына йөрөй. Улыбыҙға мил­ли батырыбыҙҙы белһен, иң беренсе өйрәнгән йыры шул булһын өсөн «Шайморатов генерал»ды өйрәттем. Йәсминә иһә ағаһынан отоп алған. Икеһе лә йырлағас, һалдат кейемдәре тектерҙем. Бына шулай балаларҙы рухлы итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти әсәйҙәре Илнара Сафиуллина. Афарин!
Читайте нас: