+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
30 Август 2019, 12:46

Сочиҙан еңеп ҡайтҡандар

Күмертау ҡалаһындағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназия тураһында ишеткәнегеҙ бармы? 1994 йыл­да 13-сө урта башҡорт мәктә­бе булараҡ асыла ул. 2000 йыл­да педагог-мәғрифәтсе Мө­хәмәт Исҡужин исеме бирелә. Ә 2009 йылда башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Әле ул прогимназия тип йөрөтөлә. Үҙенең балалар баҡсаһы ла бар. Унда 45 ҡыҙ һәм малай йөрөй. Директоры – Әнисә Сәғит ҡыҙы Түләгәнова.

Ҡала ерендә балаларҙы башҡортса һөйләштереүе ҡыйыныраҡ. Сөнки үҙ-ара туған телдә аралашып бармай­ҙар. Өйҙә һөйләшеү генә етмәй шул. Ә Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө прогимназияла бөтә байрамдар, саралар башҡортса алып барыла. Уҡытыусылар тәнәфестәрҙә лә кескәйҙәр­ҙе туған телдә генә һөйләшергә өндәй. IV синыфтан һуң рухлы ҡыҙҙар һәм малайҙар 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһын йәки республика политехник интернат-лицейын һайлай.

Әле яңы уҡыу йылына I синыфҡа 50 уҡыусы киләсәк. Белем усағында уларға яҡшы тәрбиә, сифатлы белем биреү өсөн педагогтар бар көстәрен һала. Уҡыусылар иһә төрлө конкурс­тарҙа ҡатнашып, прогимназияның данын күтәрә.

Ағалы-ҡустылы Рәсүл һәм Арсен Мозафаровтарҙың Сочиға барып, ғилми проекттар­ҙы һәм эҙләнеү эштәрен яҡлау конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә диплом яулап ҡайтыуы ҡыуаныслы күренеш. Тәүҙә улар Мәләүездә үткәрелгән «Мин – эҙләнеүсе» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңгән. Ғилми эштәре нимә тураһында, тиһегеҙме? Мәләүез ҡалаһында, йәғни сәнәғәттә, етештерелгән елемде үҙҙәре йорт шарттарында яһағаны менән сағыштыралар.

Әле IV синыфҡа барасаҡ Рәсүл мәктәп, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән төрлө олимпиада, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ еңеүҙәр яулай икән. 2018 – 2019 уҡыу йылында Гага­рин кубогына ойошторолған олимпиаданың муниципаль ту­рында тирә-яҡты өйрәнеү фәненән иң-иңе булһа, ин­форматиканан II урын алған. Шулай уҡ уҡытыусыһы Гөл­наз Сәғит ҡыҙы Әмирғәли­на етәкселегендә Башҡорт дәү­ләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында рес­публика кимәлендә үткәрел­гән эҙләнеүселәр конкурсын­да II дәрәжә диплом менән бүләкләнгән.

– Был бәйге юғары синыф уҡыусылары араһында үткәрелһә лә, Рәсүл бик лайыҡлы сығыш яһаны, – тип маҡтай­ҙар үҙен.

Белем усағында Гөлназ Сәғит ҡыҙы етәкселегендә йыр ансамбле бар. Уҙған уҡыу йылында был коллектив ҡала кимәлендә үткәрелгән «Торналар оса», «Яҙғы тамсылар» конкурстарында ҡатнашып, II һәм III дәрәжәле дипломдар яулап һөйөнгән.

Ҡалалағы башланғыс синыф уҡыусылары араһында бөтә төр ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр икән. Пионербол, квадрат уйындарында, саңғы ярышында ла еңеүселәр рәтендә улар. Малайҙар «Көрәш» секцияһында ныҡлап шөғөлләнә. Ҡала, район буйынса үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулайҙар.

– Йыл буйына матур саралар ойошторабыҙ. Республика көнөн ҙурлап уҙ­ғарабыҙ. Был байрамда яттан шиғыр һөйләүселәр, тыуған яҡ тәбиғәтенең хозурлығын буяуҙар менән һүрәтләүселәр, инша яҙыусылар конкурстары үткәрелә. Йыл һайын синыфтарҙа Уҡытыусылар, Әсәйҙәр көнөнә арнап матур байрам ойошторола, бергәләп баш­ҡортса Яңы йыл байрамын үткәреү барыһына ла бик оҡшай. Шулай уҡ «Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә» ярыштарында спорт менән дуҫ ғаиләләребеҙ әүҙемлек күрһәтә, ихлас ҡатнашалар. Уҡыу йылы аҙағында бөтә мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр менән берлектә «Кәкүк сәйе» байрамына сығып, тәбиғәттә, саф һауала ял итеп, күңелле уйындар уйнап, бәйгеләрҙә ҡатнашыу барыһының да күңеленә хуш килә, – ти уҡытыусы Гүзәл Йәмилева.

– Беҙҙең IV «Б» синыфынан Илнара Фәйзәлиева ҡала һәм республика кимәлендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Был көслө ихтыярлы ҡыҙ 500 тапҡыр ергә ятып күтәрелеп, ҡалала ҡыҙҙар араһында рекорд ҡуй­ҙы. Гагарин кубогы­на рес­публика олимпиадаһында физкуль­тура буйынса III урын һәм иҫтәлекле миҙал алды. Яҡшы уҡыуы, тырышлығы менән башҡаларға өлгө бу­лып тора. Синыфташтарын һәр ва­ҡыт спортҡа өндәп, дөрөҫ күнекмәләр эшләргә өйрәтә. Ғаиләләре менән Рә­сәй ГТО ярышында юғары һөҙөм­тә­ләр күр­һәттеләр. Илна­ра үҙе 2018 йыл­да ГТО буйынса Ағиҙел ҡалаһында үт­кән III ҡыш­ҡы фестивалдә еңеүгә иреште, – тип Вәсилә Ғәбитова ла, уҡыусыһы менән ғорурланып, һүҙгә ҡушылды.

Яңы уҡыу йылын яҡшы кәйеф менән ҡаршы алалар. Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 13-сө прогимназия уҡыусыларының алдағы уҡыу йылында ла һынатмау­ҙарын, шулай рухлы, тырыш булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: