+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тирмәкәй
27 Сентябрь 2019, 13:02

Беренселәр өсөн байрам

Яңы мәктәп тупһа­һына аяҡ баҫҡан кес­кәйҙәр өсөн ойошторолған «Балалар – беҙҙең киләсәк» тигән байрам быйыл унынсы тапҡыр уҙ­ҙы.


Унда атай-әсәй­ҙәре, уҡытыусылары менән йөҙләгән беренсе синыф уҡыу­сыһы килгәйне. Ойош­тороу­сылар әҙерләгән квест бигерәк тә ҡыҙыҡлы булды. Ҡыҙҙар, малайҙар биш майҙансыҡты үтеп, спорт уйындарында ҡатнашты, физика ҡанундары, инженер тех­нологиялары, шулай уҡ төрлө һөнәр­ҙәр менән дә танышты.

Ғәҙәттәгесә, «Беренсе синыф уҡыусылары аллеяһы» байрамдың бер биҙәге булды. Ҙур стендта 7 меңдән ашыу баланың фотоһүрәте ҡуйылып, киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында яҙылғайны. Полицейский, янғын һүндереүсе, табип кескәйҙәрҙең иң яратҡан һөнәрҙәре икәнен белдек.

Матур саранан Фатима Мостафина исе­мендәге 20-се баш­ҡорт гимназия­һы­ның I синыф уҡыу­сылары ла (һүрәттәр­ҙә күрәһегеҙ) ситтә ҡалманы. Квеста ҡат­нашып, уйындар уйнап, күңелле ял итеп ҡайттылар.
Читайте нас: